11:01
"Халыҡтың мәңге тере тарихы"
"Халыҡтың мәңге тере тарихы"

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Мораҡ үҙәк китаханаһында Халыҡ-ара тел көнөнә арналған район китапханасыларының семинар кәңәшмәһе үтте. Сарала һәр кем үҙенең күңеленә оҡшаған шиғырын һөйләне.Хөрмәтле яҡташыбыҙ Зөлфиә Әлимғолованың “ Күңелемдән моң тама!» тип исемләнгән китабы менән танышыу һәм район мәҙәниәт йортоноң “ Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбленең сығышы йөрәктәргә дәрт өҫтәне.

Ер шарының ваҡыт тәгәрмәсе бер туҡтауһыҙ алға елә. Замандарҙы заман алмаштыра. Яңыса технологияларҙың йылдам үҫеше кешеләр тормошона ла йоғонто яһамай ҡалмай. Шундай ҡатмарлы осорҙа илеңде, телеңде, милләтеңде һаҡлап, заман менән бергә атларға, яңылыҡтарҙы дөрөҫ файҙаланырға, кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтергә кәрәк, тигән фекер менән, киләсәккә рухи көс, дәрт алып, илһамланып таралышты барыһы ла.


"Язык есть исповедь народа"

21 февраля во всем мире отмечается праздник – Международный день родного языка. Этот день призван показать равенство всех языков мира, представляющих собой живое наследие народов, которое следует уважать и оберегать. Мероприятия, проводимые в этот день, подчеркивают особую важность каждого языка, необходимость принятия мер по его сохранению и укреплению.

В рамках этой акции в районной центральной библиотеке прошел семинар. Работники сельских библиотек читали прекрасные стихи о Родине, родном языке разных авторов. На встречу была приглашена писательница нашего района Зульфия Алимгулова, которая представила свою книгу и прочитала свои стихи. В качестве гостей выступил ансамбль «Ынйылар».

Родной язык – бесценный источник знаний. Пока этот источник дает свою целебную силу, пока он защищен, до тех пор живет его дух, отображенный в слове. Для каждого из нас родной язык – уникальная сокровищница истории народа.


Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 924 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024