15:07 Китап – күңелдәрҙе байыта | |
| Китапханала кеше өсөн үтә лә ҡәҙерле һәм кәрәкле булған рухи байлығыбыҙ тупланған. Бынан байтаҡ йылдар элек, рухи күтәрелеш осоронда, ташҡа баҫылған һүҙгә, китапҡа иғтибар ҙа, ихтирам да ҙур булды. Ҡулланылышҡа интернет килеп инһә лә, китаптарҙы ҡыҫырыҡлап сығара алманы – әҙәби һүҙ, әҙип һүҙе бөгөнгө көндә лә әһәмиәтле. Беҙҙең район китапханаһы фонды ла яңынан-яңы китаптар менән тулыланып тора. Был хаҡта беҙгә район китапханаһы хеҙмәткәре Светлана Халиҡова бәйән итә: - Яңы килгән китаптарҙы иң тәүгеләрҙән булып ҡулға алып, тәмләп-тәмләп алдан уҡыр өсөн генә китапханасы булғыһы килгәндәр, моғайын, гәзит уҡыусылары араһында ла күптер. Ысынлап та, типография буяуы еҫе аңҡып торған гәзит-журналдар, китаптар - үҙенә бер башҡа донъя. “Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә – ярҙамсы, хәсрәттәрҙә – шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын еткереүсе нәмә. Китаптарҙан айырылмағыҙ”, - тигән Ризаитдин Фәхретдин. Китапханаға яңы әҙәбиәт килеүе китапханасылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә һәр ваҡыт әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Ҡыҙыҡлы авторҙар, төрлө жанрҙар уҡыусыларҙы ҡыуандырасаҡ, ти ышанабыҙ. 📕Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә төрлө жанрҙағы, төрлө темаларға мөрәжәғәт иткән китаптар донъя күрә. “Ҡаһармандар юлы” тип аталған йыйынтыҡ 1812 йылғы Ватан һуғышынан алып Махсус хәрби операцияға тиклемге ваҡиғаларҙы һүрәтләгән әҫәрҙәр менән бер рәттән фронтовик яҙыусыларҙың, шулай уҡ атай-олатайҙарҙың аманатына тоғролоҡ һаҡлаған ҡәләм оҫталарының бөгөнгө көндә барған махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡтарын тасуирлаған ижад емештәрен үҙ эсенә алған. Китап билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның баш һүҙенән асыла. "Ҡаһармандар юлы" китабына билдәле яҙыусының “Алтау, йәки һуңғы граната” әҫәре ингән. Гөлсирә Ғиззәтуллина махсус хәрби операцияла ут эсендә йөрөгән яугирҙар менән булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Ниҙәр кисерә улар, юлдарында осраған ҡаршылыҡтарҙы нисек үтеп сығалар? Ошолар хаҡында уҡығанда, алған яраларына тешен ҡыҫып түҙгән һәм йәшәүгә, еңеүгә көслө ышаныстары булған батыр егеттәрҙең рух ныҡлығы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Унда шулай уҡ популяр яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның әҫәре лә ингән. Ул да махсус хәрби операция темаһына арналған. Был йөкмәткеле китап Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан баҫылған. 📘Йәш шағирәАйгөл Йәмилева үҙен проза өлкәһендә лә һынап ҡарай. Уның “Сынаяҡтағы донъя” повесы “Ағиҙел” журналында ла донъя күргәйне. Уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителгән әҫәр айырым китап булып та донъя күрҙе. Геройҙарҙың береһе - баш ҡалала йәшәгән, иҫкерәк булһа ла, ҡыҙыл төҫтәге сит ил машинаһында йөрөгән, үҙенең бойоҡһондороҡһоҙлоғо менән сикһеҙ ғорурланған йәш рәссам ҡыҙ. Икенсеһе – дала ҡосағындағы металлургтар ҡалаһынан урта ҡул инженер.Ҡыҙҙың ирек, тип нарыҡлағаны уның өсөн яңғыҙлыҡ. Өсөнсөһө лә бар – ышаныслы, уңышлы йәш етәксе, әммә был инде бөтөнләй башҡа тарих... 📗Фәнис Янышевтың “Рухи бүләк” китабына йәмәғәтселеккә киң билдәле “Аҡмулла аманаты”, һуңғы осорҙа ижад ителгән “Ынйы сәскәләре” повестары, замандаштары тураһында хикәйәләре, күренекле шәхестәрҙең яҙмыштарын сағылдырған мәҡәләләре индерелгән. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә. 📘Фәнил Бүләковтың “Йәнемдең ҡанаттары” китабындағы шиғырҙары уҡыусыны тормош мәғәнәһе, мөхәббәт,Тыуған ил, дуҫлыҡ темаларына арналған ижад емештәре йәлеп итеп тора. Йыйынтыҡҡа ингән “Асыҡ дәрес” поэмаһы Рәсәй геройы М. Шайморатовтың ҡаһарманлығы хаҡында бәйән итә. 📖Балалар өсөн күренекле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованың “Йәнйегет мажаралары” тип аталған китабын тәҡдим итәбеҙ. Китаптың геройҙары — үҫмер балалар. Улар төрлө мажараларға тарыйҙар, көлкөлө хәлгә лә ҡалалар. Шуға ҡарамаҫтан, бирешмәйҙәр, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнәләр. Бәлки, ошо геройҙар араһында үҙегеҙҙе танырһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар. Китапҡа авторҙың “Йәнйегет мажаралары” исемле әкиәте һәм мауыҡтырғыс повестары индерелгән. 📕Динис Бүләковтың “Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә” повесы һәм бер нисә хикәйәһе үҫмерҙәр тормошо хаҡында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс донъяла сәйәхәт иттерер. Улар балалар әҙәбиәтендә тәүге тапҡыр ҡыҙҙар һәм малайҙар араһындағы дуҫлыҡ хистәре тураһында яҙылған. 📚Ошо көндәрҙә шиғриәт һөйөүселәрҙе тағы ла матур яңылыҡ һөйөндөрҙө: шағирәләр Айгөл Айытҡолованың "Һағыныу", Зөлфирә Ҡарағужинаның "Ямғыр романсы" һәм Айзилә Мортаеваның "Бәхет мәрйене усымда" исемле йыйынтыҡтары бер китап булып нәшер ителде. Унда өс ғәжәйеп шағирәнең әҫәрҙәре тупланған, уларҙың һәр береһе донъяға үҙ ҡарашы менән ҡарай, үҙ ҡарашы менән ярата һәм үҙ хистәре һәм кисерештәрен үҙенсә уртаҡлаша. Зәйнәби Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты, шағирә Айгөл Айытҡолованың “Һағыныу” тип аталған икенсе китабына Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов иҫтәлегенә бағышланған ҙур күләмле “Ҡоба һүҙ”, “Ил ағаһы” шиғырҙары ла, “Ҡайтыу” тигән хикәйәһе лә ингән. Шулай уҡ тәрән һәм мөҡәддәс хис-тойғолар менән һуғарылған шиғырҙары менән танышырһығыҙ. Уның лирик геройҙары тормош, йәшәйеш, заманыбыҙ хаҡында уйлана, ғәҙеллек, хәҡиҡәт юллап, мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. ✨⚡Тиҙҙән шулай уҡ яҡташтарыбыҙ – Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназияһы китапханасыһы Нурия Ҡунысбаева һәмЗәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Гөлкәй Исмәғилевалар менән ижади осрашыу үткәрәбеҙ. Уларҙың яңы китаптары менән танышып, авторҙар менән фекер алышып, рухи байлыҡ туплап ҡайтырға теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ! Сара тураһында тулы мәғлүмәт район китапханаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми төркөмөндә булыр. 🌈Хөрмәтле китап яратҡан дуҫтарыбыҙ! “Китап – кешенең аҡыл һәм күңел донъяһын бүҫкәртмәйенсә быуаттарҙан быуаттарға алып килеүсе һәм киләсәккә илтеүсе уңалмаҫ рухи хазиналар ҡаҙанышы”, ти күренекле академик Ғайса Хөсәйенов. Ҡулында китап булғандың башында ғилем булыр, тип тә юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Китапхана һуҡмағын һыуытмайыҡ, һеҙҙең барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ! Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |
