15:42
Китапханаға сәйәхәт
«Йәйләү» лагере балалары Бикбулат ауыл китапханаһына ҡунаҡҡа килделәр. Китапханасыһы ҡунаҡтарҙы башҡорт йолаһы буйынса ихлас, ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Китапхана буйлап сәйәхәттә китапхана фонды, ҡағиҙәләре, «Тәбиғәтте һаҡлау – үҙ – үҙҙебеҙҙе яҡлау”, “Башҡортостаным – тыуған төйәгем”, “Тарих биттәре һөйләй”, “Таланттарға бай еребеҙ”, “Был китаптар һеҙҙе көтә” исемле күргәҙмәләре менән таныштылар.

Бигерәк тә «Энциклопедия страны мира», «Иллюстрированный атлас России», «Атлас Республики Башкортостан», С.Х.Төпәевтың «Башҡорт фамилиялары», “Башҡорт исемдәре” китаптары менән ҡыҙыҡһындылар. Зәкиә Хәбибуллинаның “Рәхмәт ишектәре”, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Әсәйем ҡояш икән» хикәйәләрен тыңланылар. Сәйәхәт аҙағында экологияға бағышланған «Тәбиғәт батшалығында” тип аталған викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ҡунаҡтар йола буйынса кескәй генә булһа ла күстәнәстәр менән оҙатылды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1333 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024