10:00
"Ҡәләм һәм штык менән"
Һуғыш һәм әҙәбиәт. Әҙәбиәт, әҙип һәм һуғыш… Бөйөк Ватан һуғышы йылдары күп милләтле совет әҙәбиәте үҫешендә, ҡәләмде штыкка тиңләгән, ҡәләмдең, әҙип һүҙенең дошман йөрәгенә төбәлгән ҡоралға тиң йылдары булды. Тыуған илебеҙҙең намыҫын, азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу, кешелек донъяһын фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыу өсөн көрәшкә совет әҙиптәре лә үҙҙәренең ҙур өлөштәрен индерҙе.

Башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. Был ҡан ҡойошло һуғыштың тәүге айҙарында уҡ бер төркөм яҙыусылар һалдат сафтарына баҫты, күптәре фронт һыҙығында үҙ вазифаларын хәрби хәбәрселәр булараҡ башланы. «Ә тылда ҡалған яҙыусыларҙың бөтөн эшмәкәрлеге һәм ижады, һуғыш шарттарына бәйле рәүештә, хәрби шарттарға ҡулайлаштырылды. Әҙәбиәттең үҫеше берҙән-бер изге бурысты үтәүгә фашистик Германияны еңеп сығыу көрәшенә йүнәлтелде.

Яҙыусыларҙың бик күптәре дошман менән үлемесле алышҡа үҙҙәре теләп китте, араларында офицерҙар, гвардеецтар һәм политруктар ҙа, хәрби журналистар етерлек ине. Уларҙың башҡарған вазифаларына күҙ йүгертһәң, ниндәй генә һөнәр эйәләре булмаған улар араһында: элемтәселәр, танкистар, кавалеристар, артиллеристар, пехотасылар...

Шағирҙарҙың күбеһе тиерлек, штык үсен ҡәләмгә күсереп, яу яландарында ла ижад ялҡындарын һүндермәй һәм Еңеү таңын яҡынайтыуға тос өлөштәрен индерә.

Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын Башҡортостандан йөҙгә яҡын яҙыусы һәм йәш әҙиптәр айбарланып дөмбәҫләне. Улар ҡулдарына ҡорал алып, ҡорал менән дә, ялҡынлы һүҙ менән дә фашизмға ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта атланылар.

Әйтергә кәрәк, Хәниф Кәрим, Әкрәм Вәли, Ғайнан Әмири, Сәлих Кулибай, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Тимер Арслан, Ғилемдар Рамазанов һәм башҡа бик күп яҙыусылар дүрт йыл буйы тиерлек фронтта дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә ҡатнаштылар. Ә Мостай Кәрим, Али Карнай, Әнүәр Бикчәнтәев кеүек әҙиптәр, фронт газеталарында эшләнеләр, хәрби кореспондент булдылар.

Рәхимһеҙ һуғыш тиҫтәләгән йәш ижади көстәрҙе алып китте. Мәҫәлән, С. Мифтахов, А. Карнай, М.Хәй, Н.Ҡәрип, Х.Ҡунаҡбай, М.Харис кеүек яҙыусылар һуғыш яланында батырҙарса һәләк булып ҡалдылар. Яу ҡырында ятып ҡалған, әле таланттары ла ныҡлап асылырға өлгөрмәгән йәштәр араһында Мазһар Абдуллин, Ғайса Йосопов, Бәҙрүш Моҡамай, Төхвәт Морат, Сыңғыҙ Ханов, Сабир Кинйәкәй кеүек өмөтлө ижади ҡәләмдәр байтаҡ ине.

Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән алып еңеүгә тиклем һуғышта була – бәйләнеш начальнигы, дивизия артиллерияһы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡаты яралана, һауығыу менән һуғыш гәзиттәренең хәбәрсеһе булып эшләй. Һуғыштан һуң тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бирелә.

...Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн,
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Шағир Хәниф Кәрим һуғыш йылдарында, фронт гәзите хәбәрсеһе була, ул проза жанрҙарында ла уңышлы эшләй.

...Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын, шахта, тау-ерен...
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен!

Читать далее https://vk.com/public194671216


Минзада Байтуганова, главный библиотекарь Сюрюбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 566 | Добавил: РФ | Теги: Сюрюбаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024