12:46
Үлемһеҙ "Тыуған тел"
Ижад итеп йәшәү генә яҡшы!
Матурлығы шунда кешенең.
Бар йөрәктән мин теләйем: кеше
Ҙур шағиры булһын эшенең!

Үлемһеҙ "Тыуған тел" шиғырының авторы Рәми Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Шуға ҡарамҫтан Рәми Ғарипов мәктәптә яҡшы уҡый, күңеле гуманитар фәндәргә тартыла. Һуңынан инде Мәскәүҙең билдәле әҙәбиәт институтында белем ала.
Рәми Ғарипов ижадының сәскә атҡан ваҡыты 60-сы йылдарға тура килә. Шулай уҡ ул тәржемәләр менән ныҡлап шөғөлләнә, Гейне, Франко, көнсығыш ижадсыларының әҫәрҙәрен тәрмә итә. Ләкин ул ижадсы ғына түгел, ә көрәшсе булараҡ та билдәле шәхес була. Шул осорҙа башҡорт мәктәптәрежен ябыуға ҡаршы сыҡҡан әҙиптәрҙең береһе ул. Уның әҫәрҙәре туралығы, көслөлөгө һәм новатор булыуы менән айырылып тора.

Башлыса уны 60-70 -се йылдарҙағы башҡорт әҙәбиәтенең генийы тип әйтергә мөмкин ине. Ләкин байтаҡ ҡына әҫәрҙәре баҫтырылмай, шағир үҙе лә йәшәү дәүерендә дан-шөһрәт ҡаҙанмай яҡты донъянан китә. Уға үлгәндән һуң ғына Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме, Салауат Юлаев дәүләт премияһы бирелә.
Рәми Ғарипов үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итте. Шиғырҙары халҡыбыҙ күңеленә уйылып ҡалды. Улар әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, милләтебеҙҙең ғорурлығы. Шағир Рәми Ғарипов бөтә булмышын туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған. Башҡорт теле өсөн борсолоуы, уның киләсәген хәстәрләүе арҡаһында эҙәрлекләнеүҙәргә дусар булған.

Ысын мәғәнәһендә ХАЛЫҠ шағиры Рәми Ғариповты бергәләп иҫкә алайыҡ!


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 342 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024