11:53
Мәңге хәтерҙә
1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы һәр бер ғаиләгә ҡағыла. Уның тамамланыуына етмеш ике йыл үтһә лә, тәьҫире әле булһа халыҡ хәтерендә. Беҙ, һуғыштан һуң тыуған быуын, ул йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы, михнәттәрҙе кеше һөйләүенән, китап биттәренән уҡып һәм киноларҙан ҡарап ҡына беләбеҙ.

Ялсы ауыл биләмәһендә, атай-олатайҙарыбыҙҙың илбаҫар дошманды еңеүенең 72 йыллығын ҡаршыланыҡ. Сара барышында Ф.Ғ.Шәмғоловтың музейына экскурсия ойошторолдо, ауылдар буйлап Үлемһеҙ полк үтте, артабан клуб эргәһендәге обелиск артына ағастар ултыртылды.

Балалар ҙа ситтә ҡалманы һәр сарала әүҙем ҡатнашты. Йәш быуын ил тарихын белеп, атай-олатайҙарыбыҙ батырлығы менән ғорурланып үҫергә тейеш. Ата-олатайҙарҙың һуғыштағы ҡаһарманлығы, тылда эшләүселәрҙең тырышлығы онотолмай, улар халыҡ хәтеренә мәңгелеккә уйылған.

Байрам ҙур концерт һәм сәй эсеү менән тамамланды.


Нурзиля Исмагилова, заведующая Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 914 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024