10:31
«Матур ғаилә – ил ҡото»
Кеше яҙмышына нигеҙ ғаиләлә һалына. Ул ни тиклем татыу, ныҡ һәм сәләмәт булһа, бала тормошта үҙен шул тиклем ышаныслыраҡ һиҙә һәм унан тәрбиәле, яҡшы кеше сығырына ла өмөт ҙур. Республикабыҙҙа ғаилә нигеҙен нығытыуға, бала тәрбиәләүҙә ата-әсәнең ролен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. 1 март көнө Башҡортостанда башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә.

Ошондай матур көнгә ҡарата Мәҡсүт ауыл китапханаһында балалар өсөн «Матур ғаилә – ил ҡото» исемле йәнле һөйләшеү үтте. Уҡыусылар үҙҙәренең олатай-өләсәйҙәренең, атай-әсәйҙәренең һоҡланғыс татыу ғаиләләре тураһында ғорурланып һөйләнеләр. Сарала балалар ғаилә, дуҫлыҡ тураһында матур шиғырҙар уҡынылар.

Ошондай тәрбиәүи саралар хәҙерге заман балалары өсөн бик тә фәһемле һәм ҙур әһәмиәткә эйә.


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 843 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024