09:37 Науруз - мөбәрәк булһын! | |
Борон - үткән замандан Болғар менән Ҡазандан Яйыҡ менән Иҙелдән Был байрам беҙгә килгән. Науруз - боронғо ата бабаларыбыҙ үткәргән яҙҙы ҡаршы алыу байрамы ул. Был байрам көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә. Аҙна буйы дауам иткән байрамдың, үҙ тәртибе, үҙ ҡанундары булған. 7 көн буйына ғәйбәт һөйләмәгәндәр, туған-тыумасаларға, күрше-күләндәргә яҡшылыҡтар эшләгәндәр, ҡунаҡтарға йөрөшкәндәр. Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алыу байрамса итеп ойошторолоп уҙғарылды беҙҙә. Изге теләктәргә , йыр-моңға, уйын-көлкөгә, дәртле бейеүҙәргә, тәмле һыйҙарға бай булды был байрам сараһы. Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |