10:32
Ныҡлы ғаилә – ил күрке
Ошондай матур тема буйынса Мәҡсүт ауыл китапханаһында балалар өсөн Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған йәнле һөйләшеү үтте.

"Һәр ғаилә – үҙенә күрә бер ҡарап ул… Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш”…

Ғаилә – бер-нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Ул ҙур дәүләттең бәләкәй, әмма ныҡлы нигеҙ ташы. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, кем менән генә эшләмәһен, һәр береһе ашҡынып, талпынып үҙенең бәләкәй "дәүләт”енә ҡайта. "Ғаилә бәхете – ил бәхете”, ти халыҡ. Был иһә ғаиләнең сәләмәтлеге һәм ныҡлығы, ырыу-нәҫелдең абруйы – ил абруйы тигән һүҙ. Яҡшы ғаиләләр – илебеҙҙең өмөтлө киләсәге.

Уҡыусылар үҙҙәренең ғаиләләре тураһында ла һөйләп ишеттерҙеләр.

Тимәк, кеше өсөн иң ҡәҙерле нәмә – ул уның татыу ғаиләһе. Сараның аҙағында балалар шундай төплө һығымтаға килделәр. Барыһы ла күтәренке кәйеф менән яҡындарын ҡотларға ашығып ҡайтып киттеләр.


Айгуль Кильмухаметова, заведующая Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1160 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024