11:16
Ололаһаң олоно – ололарҙар үҙеңде
Әсе лә була, сөсө лә; төплө лә була, төпһөҙ ҙә;
оҙоно ла ҡыҫҡаһы ла; туҙға яҙмаһалар ҙа, китапҡа яҙалар;
әйткәнсе һин уға хужа, әйткәс, ул һиңә хужа.

Лагерҙең аҙаҡҡы көнөндә балаларға “Ололаһаң олоно - ололарҙар үҙеңде” тигән интеллектуаль сара уҙғарылды. Был сара китап аша балаларҙа кешелеклелек, әҙәплелек, өлкәндәрҙе ихтирам итеү, яҡшы ғәҙәттәр тәрбиәләү маҡсаты менән үткәрелде.

Ырыуҙар “Ҡыпсаҡ”, “Үҫәргән”, “Бөрйән”, “Тамъян” “Шифалы һүҙҙәр”, “Ситуацияларҙы асыҡлау”, “Һаҡ булығыҙ, сабыйҙар!”, “Мин башлайым, һин тамамла”, “Аҡсәскә” уйындарында дәррәү ҡатнаштылар, йомаҡтар ҙа систеләр. Бигерәк тә тәрбиәселәр менән бергә уйнаған “Аҡсәскә” уйыны балаларҙың күңелдәренә хуш килде. Йәш китап уҡыусылар билдәле Башҡортостан яҙыусыһы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрендә бик күп яғымлы, инсафлы, шифалы һүҙҙәр менән дә танышып үттеләр. Китапханасы балаларға алдағы оҙон матур ял көндәрендә яҙыусының әҫәрҙәрен тулыһынса алып уҡырға тәҡтим итте.

Сара оҙайлы йәйге ялды хәүефһеҙ үткәреү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы уйын менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1182 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024