10:38
"Ҡораматуй" Бөрйән ерендә
Бер төркөм Күгәрсен районының ағинәйҙәре Бөрйән районында үткән "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһының йыйынында ҡатнашты. Шулай уҡ йыйынға Әбйәлил, Архангель, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Дүртөйлө, Иглин, Йылайыр, Хәйбулла, Учалы, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Федоровка, Әлшәй, Салауат, Дыуан, Ишембай, Ғафури, Бишбүләк райондары һәм Межгорье, Октябрьский ҡалаларынан килгәндәр ине. Йыйындың тәүге өлөшө район үҙәгенең мәҙәниәт йортонда үтте. Ҡунаҡтарға фойела күҙҙең яуын алып торған аллы - гөллө туҡымаларҙан ҡоролған "Серле биҙәк ҡорама, үткәндәрҙән ҡот ала" тип аталған күргәҙмә ойошторолған ине.

Сара башында Бөрйән хакимиәт башлығы Шарипов Рөстәм Динислам улы "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһының йыйынын тәбрикләп, эштәрен баһалап үтте. Артабан Бөрйән ағинәйҙәре йыл әйләнәһендә эшләнгән эштәре менән таныштырып үттеләр, фольклор ансамблдәре сығыш яһаны, төрлө мәсьәләләр ҡаралды, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар, бүлештеләр.

Бөрйән районының төп ағинәйе Рәшиҙә Ғиззәтуллина "Мин эшләмәһәм, кем эшләй" тигән девиз аҫтында эшләүҙәре тураһында әйтеп үтте. "Һәр бер ағинәйҙең үҙ йүнәлеше бар. Береһе һуғыш ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйһа, икенсеһе шәжәрә тураһында йыя. Шулай итеп бөтә йүнәлештәрҙе лә алып барырға тырышабыҙ", - тине.

Ҡолтаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы электрон йүнәлеш буйынса эшләүен һөйләне һәм Бөрйән порталына бөтә райондарына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе индереүе тураһында әйтте.

Республикабыҙҙың ағинәйҙәр ойошмаһын ойоштороусы Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы "Тәүҙә башҡорт милли кейемебеҙгә кейенеп алдыҡ, милли биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙҙек, шулай итеп яйлап иманыбыҙға, башҡортлоғобоҙға, асылыбыҙға ҡайтабыҙ", - тине. 2020 йыл Бөтә донъя фольклориада сараһы үтәсәген дә әйтеп үтте.

Мәғариф министрлығынан йыйынға килгән Рәйсә Күзбәкова республикабыҙҙы, милләтебеҙҙе борсоған мәсьәләләр тураһында ла әйтеп үтте. Ул: "Төп мәсьәлә - телебеҙҙе һаҡлау, 70-се йылдарҙа башҡорт теленә тәүге һөжүм яһалды. Башҡорт теле предмет формаһына ғына ҡалдырылды. Әлеге көндә тағы ла һөжүм башланды. Инде телебеҙ юҡ өҫтөндә тора" ,- тине. Һәм ағинәйҙәргә мөрәжәғәт итеп, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә "Өләсәйҙәр мәктәбе" йүнәлешен булдырырға кәрәклеге тураһында тәҡтим яһаны.

Сараның тәүге өлөшө Мәрйәм Солтанованың көйө һәм Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған "Ағинәйҙәр" йыры менән тамамланды.

Бөрйән районы тарихи ваҡиғаларға, риүәйәттәргә бай ер. Икенсе өлөшө "Илсебикә" яланында дауам итте. Артабан сара "Шүлгәнташ мәмерйә" һенә сәйәхәт менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1079 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024