11:50 Осрашыу булып үтте | |
14 апрелдә Нуҡай ауыл китапханаһында яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал һәм әҙәбәтсе Зиниә Байназарова менән осрашыу булып үтте. Китап уҡыусылар менән Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу», «Әлфирә», «Оҙон тал» әҫәрҙәре тураһында фекерҙәр алыштыҡ. Әҙәбәтсе Байназарова Зиниә үҙенең ”Һағыш тиҫбеһе”, “Һөйөүемдән тәлгәшләндем” шиғырҙар йыйынтығынан бер шәлкем шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, моңло тауышы менән йырҙар йырлап китап һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килде. Яҙыусы Ринат Камалға йөкмәткеле, башҡорт рухын күтәрерлек сығышына һәм китапханаға бүләк иткән китаптары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙек. Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |