17:59 "Әсәйем - күҙ нурым" | |
Хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр! Юлдыбай ауылы китапханаһы һеҙҙе, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешеләрҙе, матур байрам – Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләй һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәрен еткерә. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Байрамығыҙ ҡотло, тормошоғоҙ бәхетле, донъяларығыҙ имен булһын!Байрам менән, һөйөклө әсәйҙәр! Ошо байрамға айҡанлы Юлдыбай ауылы китапханаһында "Әсәйем - күҙ нурым" исемле әҙәби күргәҙмә әҙерләнгән ине. Әҙәби күргәҙмәлә әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар, ҡатын-ҡыҙ тормошо тураһында әҫәрҙәр, бәләкәй балалар өсөн хикәйәләр тәҡдим ителде. Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |