10:48 «Әсәм теле - сәсән теле» | |
Тыуған илем - башҡорт иле, Туған телем - башҡорт теле! Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. ЮНЕСКО тәҡдиме менән 1999 йылдан алып 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән.Беҙҙең өсөн, башҡорттар өсөн, башҡорт теле туған тел һанала. Был телдә бөгөн миллиондан артыҡ кеше һөйләшә. Туған теле арҡаһында үҙ халҡының күңел хазинаһын, моңло йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен, тылсымлы йомаҡтарын, мөғжизәле әкиәттәрен белеү бәхетенә ирешә. Нуҡай ауылы мәктәбендә туған тел көнөнә арнап «Әсәм теле - сәсән теле» исемле сара ойошторолдо. Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ибрагимова Миләүшә бик әүҙем алып барҙы. «Башҡорттар» һәм «Сулпылар» төркөмдәре мәҡәлдәр, йомаҡтар әйтеүҙә көс һынаштылар, туған телебеҙ тураһында матур шиғырҙар һөйләнеләр. Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |