10:33
Сәскәләр - тормош йәме
Мин һөйәм ал сәскәләрҙе,
Ал булған өсөн түгел.
Мин һөйәм шул сәскәләргә
Тиң булған өсөн ғүмер!

Ошо шиғыр юлдары менән Ялсы мәҙәниәт йортонда ,китапхана менән берлектә, Сәскә байрамы башланып китте. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тиҙәр. Ысынлап та, сәскә бәйләмен бүләк итһәләр, күңелдәребеҙ күтәрелеп, күҙҙәребеҙ шатлыҡтан янып китә түгелме?

Байрамға килеүсе балалар үҙҙәренең баҡсаларында үҫкән сәскәләрҙән гөлләмәләр эшләп, байрамға йәм өҫтәне. Байрам викторина, уйын-көлкө, йыр-моң менән бергә алып барылды.


Нурзиля Исмагилова, заведующая Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 2146 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024