08:05
"Салауат Юлаев - халҡым батыры"
Салауат Юлаев - халҡым батыры.
Салауат батыр ир ине,
Менгән аты кир ине.
Дошман менән алышҡанда
Ил эсендә бер ине.

Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.

Атаһы Юлай Аҙналин 1765 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була.
Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған Көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған.

1771—1773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән бүләкләнә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡара.
Һуғышта ҡатнашыуы.

1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Салауат Юлаев ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе бирелә.

Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потёмкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением».

Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановск заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша.

1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, Балтик Портына (1762 йылға тиклем Рогервик ҡәлғәһе) мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Мәскәү — Тверь — Бөйөк Новгород — Ревель аша үтеп, Балтик Портында тамамлана.

Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 616 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024