10:07
"Шакир Янбаев - яҙыусы һәм шәхес"
Мәҡсүт ауыл китапханаһында Шәкир Янбаевтың юбилейына арналған китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Бикбулат ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылда, Мораҡ урта мәктәбенең 10 класында уҡыған мәлендә, Совет Армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын шофер булып үтә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградланған. Демобилизацияланып ҡайтҡандан һуң, ике йыл Күгәрсен районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. 1950 — 1952 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиокомитетында диктор һәм редактор булып та эшләй. 1952 — 1957 йылдарҙа — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Институтты тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар Радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында редактор була. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналы баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үтәне.

Шакир Янбаевтың “Үлән үҫтөндәге ысыҡ”тигән тәүге китабы 1966 йылда баҫылып сыға.Дүрт-биш йылдан һуң бер-бер артлы уның ике китабы-“Йәшәү һуты”(1971)һәм “Ерем –ете ҡат”(1972) донъя күрҙе.Артабан республикабыҙ һәм үҙәк китап нәшриәтендә “Көмөш йүгән” һәм “Зәңгәр сатыр”кеүек китаптары баҫтырылды.

Ш. Янбаев үҙ әҫәрҙәрендә беҙҙең замандаштарыбыҙҙың хәтерҙә һаҡланырлыҡ мауыҡтырғыс образдарын тыуҙырыуға иреште, популярлыҡ яуланы.


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 681 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/3
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024