10:02 "Тәбиғәт һаҡсыһы" | |
Ноғман Мусин — хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең күренекле прозаигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, 1963 йылдан алып яҙыусылар союзы ағзаһы. «Мәңгелек урман», «Зөһрә» повестәренең, «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдарының, «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» трилогияларының авторы. Мәҡсүт ауыл китапханаһында Н. Мусиндың 90 йәшлек юбилейына арналған әҙәби кисә үтте. Ҡатнашыусылар яҙыусының тормошо һәм ижад юлы менән таныштылар. Повесть, хикәйәләренән өҙөктәр уҡынылар, «Мәңгелек урман» романы буйынса әнгәмә ойошторҙолар. Сара аҙағында уҡыусылар әҙиптең әҫәрҙәрен өйҙә уҡырға алдылар. Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |