19:00
«Тәбиғәт-тыуған йортобоҙ!»
«Тәбиғәт-тыуған йортобоҙ!» - ошондай исем аҫтында Тәүәкән моделле ауыл китапханаһында үткәрелгән сараның, девизы итеп -
Балыҡтарға – һыу,
Ҡоштарға - һауа,
Йәнлектәргә - урман,
Кешеләргә ошоларҙың барыһы ла кәрәк, - тигән һүҙҙәр алынды.

Сарала ҡатнашыусы уҡыусыларға Күгәрсен районындағы тереклек төрҙәре тураһында мәғлүмәт бирелде. Фәрит Иҫәнғоловтоң «Яңғыраубикә», хикәйәһе буйынса әңгәмә, авторҙың биографияһы менән танышыу уҙғарылды.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған сара төрлө уйындар менән тамамланды.

«Балалар һәм үҫмерҙәр китабы» аҙналығы барышында - «һыу - йәшәү сығанағы», «Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылына» арналған викторина һорауҙарына яуап биреү, ҡыҙыл китапҡа индерелгән тереклек буйынса «Мөғжизәле ялан» уйыны, шашка уйындары, музейға экскурсиялар ойошторолдо.

Китапхана тормошонда иң әүҙем ҡатнашыусылар - Хәйсәрова Зөһрә, Ғәфәрова Айгүзәл, Шәһәрова Рузилә, Рысаева Резеда, Исмәғилев Дамир, Исхаков Айнур, Шәһәров Азамат, Исхаков Илшат.


Автор: Саитбаталова Ляля Нурулловна, заведующая Тавакановской МБ
Фото автора
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 3348 | Добавил: РФ | Рейтинг: 3.7/3
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024