17:00 «Тарих тамыры – тел төбөндә» | |
5 декабрь Нуҡай ауыл библиотекаһында яҙыусы Йыһат Солтановҡа 85 йәш тулыу айҡанлы “Тарих тамыры – тел төбөндә“ темаһына Нуҡай мәктәп уҡыусылары менән осрашыу үтте. Ауыл китапханасыһы яҙыусының биографияһы һәм әҫәрҙәре менән таныштырып үтте. Йыһат Солтанов башҡорттарҙың яҙмышын һәм булмышын үҙенең “Хәтерхитап“ ғилми- публистик әҫәрендә сағылдыра. Әҙәбиәт уҡытыусыһы Ибрагимова Миләүшә “Ядкәр“ романын уҡып сығырға тәҡдим яһаны. Уҡыусылар өсөн бик эстәлекле осрашыу булды. Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |