09:48 "Татыу ғаилә - ил күрке" | |
Атанан күреп ул үҫер, Әсәнән күреп ҡыҙ үҫер, Ағаһын күреп ҡусты үҫер, Апаһын күреп һеңле үҫер, Атай-әсәй яҡшылығы Балаларына күсер. 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләнә. Ошо көнгә бағышлап китапханала "Татыу ғаилә - ил күрке" исемле сара үткәрелде. Был сарала башҡорттарҙың борондан килгән бай ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, байрамдары, кәсептәре, шөғөлдәре, ырымдары, һынамыштары, көн - күренештәре, өҫ-кейемдәре, төп башҡоттарҙың ризыҡтары, ауыҙ-тел ижады тураһында һүҙ алып барылды. Был аралышыуға китап күргәҙмәһендәге китаптар ҙа ярҙам итте. Сара күңелле сәй эсеү менән тамамланды. Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |