09:45
"Тере ҡалыр мәңге исемең"
4 август, беҙҙең яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Фәттәх Ғәфүрйән улы Шәмғоловтың тыуған көнө.

Ул, Ялсы ауылында тыуған.Хоҙайбирҙин мәктәбендә уҡыған. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. 1937-1939 йылдарҙа Ҡалай мәктәбендә эшләгән еренән уны армияға алалар.Ә унан һуғыш башлана. Шәмғолов Ҡыштым ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә.

Һәм тәүге үҙаллы хәрби һынауҙы ул взвод командиры булып ҡаршылай.

Йәш офицергә ҙур хәрби операция үткәрергә кушыла-уның подразделениеһы дошман ҡаршылығын емерергә, уның мөһим терәк пунктын алырға тейеш була.Шәмғолов боецтары менан ике, өс тапҡыр разведкаға бара.Ахыр сиктә, дошмандың йомшаҡ ерен таба. Шәмғоловтың боецтары терәк пунктын штурм менән алалар һәм бөтә контратакаларҙы кире ҡағалар. Ошо операцияның уңышлы килеп сығыуы өсөн командир Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградлана. Шәмғоловтын командирлыҡ таланты шулай үҫә башлай. Уның подразделениеһы ауылдарҙы дошмандарҙан бер-бер артлы азат итә.

23 йәшлек башҡорт егете майор Шәмғоловтың даны бөтә доъяға тарала.

Шулай итеп Фәттәх Шәмғолов Бөйөк ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр "Хәрби ҡыҙыл байраҡ" ордены, "Ҡыҙыл йондоҙ", "Александр Невский", "Ватан һуғышы" - 1 дәрәжә, "Кутузов" - 3 дәрәжә ордендары менән бүләкләнә. Биш тапҡыр яралана, бер тапҡыр контузия ала. Герой, еңеүгә бер нисә көн генә ҡалғас, Польшаны азат итеү өсөн һуғыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. 1945 йылдың 19 апрелендә уны Краков ҡалаһынан алыҫ тугел ерләйҙәр.

1946 йылда улгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.Шәмғоловтың батырлығын раҫлаусы бөтә документтар һәм танытмалар Ялсы ауылында йәшәүсе әсәһе Хәлимә инәйзә һаҡланған була. Хәлимә инәй 105 йәшендә вафат була. Украинала геройҙың ҡатыны Лидия Михайловна Гермаш һәм улы Анатолий ҡала.

Тыуған илебеҙ үҙ геройҙарын онотмай. Ялсы башланғыс мәктәбендә Фәттәх Шәмғоловҡа музей асылды.


Нурзиля Исмагилова, главный библиотекарь Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 565 | Добавил: РФ | Теги: Ялчинская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024