16:03 "Һуғыш. Еңеү. Хәтер." | |
Һуғыш беҙҙе, ҡолаҡтарҙан тартып, Ваҡытынан алда өлгөрттө: Кистән егет итеп йоҡлатты ла, Таң атыуға инде ир итте. Әнғәм Атнабаев 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Ошо көнгә бағышлап "Йәйләү" йәйге лагерендә "Мәңге хәтерҙә" исемле сара үтте. Китапханасы "Һуғыш. Еңеү. Хәтер." исемле китап күргәҙмәһе, ҡыҫҡаса тарихи ваҡиғалар менән таныштырып үтте. Сараның икенсе өлөшөндә "Дан аллеяһы"нда һуғышта батырҙарса һәләк булған яугирҙәр исемлегенә сәскә һалынды һәм бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |