11:28 "Витамин үләндәр" | |
Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ауыл кешеһе хозур тәбиғәт ҡосағында ғына йәшәмәй, уның киң йомартлығынан да файҙалана. Әһәмиәтен белгән кешегә Тәбиғәт тигән ҙур "һарай" ысын мәғәнәһендә байлыҡ сығанағы ул. Шул маҡсат менән китапхана хеҙмәткәре балаларға саф һауала "Витамин үләндәр/Травинка-витаминка" исемле сара үткәрҙе. Был экологик сарала китапханасы төрлө үләндәрҙе таныу, әҙерләү, файҙаланыу тураһында әңгәмә алып барҙы. Уларҙың дарыумы, ағыумы икәнлеге турыһында ла әйтеп үтте. Билдәле белеме буйынса ауыл хужалығы белгесе булған яҙыусы Дамир Шәрәфетдиновтың "Йәшел байлыҡ", медицина фәндәре кандидаты Варис Ғүмәровтың "Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре", А.М. Мингажевтың "Атлас лекарственных растений" тигән китап йыйынтығы менән балалар танышып үтте һәм үләндәрҙе сағыштырып та ҡаранылар. Әлеге осорҙа бигерәктә билдәле, киң таралған файҙалы үҫемлек емеше, ер еләген дә тәмләп кинәнделәр. Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |