Һау бул, ҡышым! Һаумы, нурлы яҙым!
04.03.2014, 15:23 | |
Аҡ ҡышты оҙатыу һәм йылы яҙҙы ҡаршы алыуҙы хәтерләткән урыҫ халҡының көтөп алған Масленица байрамы Әлмәс ауылында йыл һайын шау-гөр килеп үтә. Быйыл да мәктәп янына бар ауыл халҡы йыйылды. Башланғыс класс уҡытыусылары Гөлзиә һәм Гөлнара Килсенбаевалар балалар һәм өлкәндәр өсөн күңелле старт үткәрҙеләр. Татьяна Гуменюк, Илзира Киленбаева, Лариса Ботина, Зөлфиә Киленбаева бешереп алып килгән тәмле ҡоймаҡтарҙан һәм бәлештәрҙән, Ольга Щербакова өләшкән тәмле ҡайнар сәйҙән бөтәһе лә ауыҙ итте. Байрам ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды. Ауыл халҡы башлыса клуб мөдире һәм уҡытыусылар ярҙамында ойошторолған ҙур байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалды. Әлфира ТАБУЛДИНА, Әлмәс ауылы китапханаһы мөдире. "МОРАҘЫМ" гәзите. | |
| |
Просмотров: 2030 | Загрузок: 0 | |
Всего комментариев: 0 | |