Ижадында тормош асылы
12.03.2017, 12:39 | |
Кес кенә сағынан шиғыр яҙа башлаған Зөлфиә Хәйбуллина ла ғүмере буйы ижадтан айырылмай, ҡәләмен байтаҡ йылдар район, республика гәзиттәрендә шымартҡандан һуң, шиғыр – мәҡәләләрен туплап, бер түгел, өс китап сығара. Күптән түгел үҙәк район китапханаһында уҙған “Ижадымда – тормош асылы” тип аталған әҙәби кисә тап уға арналды. Кисәлә үҙәк район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рәмзиә Зәйнуллина менән Светлана Халиҡова уның ижадына байҡау яһаны, шиғырҙары менән таныштырҙы, уҡыусыларҙы әленән-әле үҙенең яңы шиғырҙары, мәҡәләләре менән ҡыуандырған автор менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Әйткәндәй, Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы яҡын киләсәктә дүртенсе китабын сығарырға ниәтләй. Быға тиклем донъя күргәндәренеке кеүек үк, яңы баҫманың да төп геройҙары Күгәрсен ауылы халҡы буласаҡ. Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА. Источник - moradimgazeta.wordpress.com | |
| |
Просмотров: 1299 | Загрузок: 0 | |
Всего комментариев: 0 | |