Китапһыҙ донъя - һанһыҙ!
07.06.2023, 12:05 | |
Район китапханаһы тарихы Матвей Андреевич Шарыгин исеме менән бәйле, тиҙәр китапханасылар. 1900 йылда ул Мораҡ ауылына күсеп килә һәм урындағы балаларға белем биреүгә тотона. Алдынғы ҡарашлы мөғәллим үҙенең шәхси китапханаһында булған китаптарҙы башҡаларға ла уҡырға биреп тора, күптәрҙе нәфис әҙәбиәт уҡыуға ылыҡтыра. 1922 йылда Шарыгин ауыл китапханаһын аса. 1922 йылда Шарыгин ауыл китапханаһын аса һәм үҙе йәмәғәт башланғысында 1927 йылға тиклем китапханасы эшен башҡара. 1932 йылда асылған район китапханаһы элек промкомбинат урынлашҡан ағас бинала урын ала. Һуңғараҡ ул барак тибындағы бинаға күсерелә (ул урында хәҙер магазиндар урынлашҡан). 1978 йылда инде үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы барлыҡҡа килә. Дөйөм штат булдырыла, китап фонды яңы әҙәбиәт менән тулыландырыла. 1981 йылда район үҙәк китапханаһы өсөн кирбестән ике ҡатлы бина төҙөлә. 2021 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә был бинаға капиталь ремонт үткәрелә, “Моделле” исеменә эйә булған китапхана яңы мебель, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Бөгөн бында 14 мең китап һаҡлана. Уҙған аҙнала китапханасылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Шул уңайҙан район үҙәк китапханаһында матур сара ойошторолдо. Унда ауыл китапханасылары һәм оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләп, хаҡлы ялға киткән ветерандар ҡатнашты. Автор: Гульназ Саитбатталова | |
| |
Просмотров: 678 | Загрузок: 0 | |
Всего комментариев: 0 | |