"Китапханабыҙҙың киләсәге өмөтлө"
22.08.2019, 12:02
Хәҙерге заманда берәй мәғлүмәт кәрәкһә, уны бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ интернет селтәренән эҙләп табырға мөмкин. Етмәһә, һәр беребеҙҙә заманса гаджеттар. Ошоларҙан сығыпмылыр инде ҡайһы берәүҙәр хәҙер китапханаға кеше йөрөймө, тип һорай. Йөрөй, нишләп йөрөмәһен ти! Тере китапты ҡулға тотоп уҡыу менән бер нәмәне лә сағыштырып булмайҙыр.

Үҙенә күрә бер яңылыҡ булһын әле тип, үҙәк район китапханаһының тыуған яҡ һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре, китапханаға йөрөүселәргә өндәшмәй генә, ярты йыл эсендә иң күп китап уҡыусыларҙы асыҡланы. Иң-иңдәребеҙ дүртәү булып сыҡты. Уларҙы һеҙҙең менән дә таныштырып үтәбеҙ.

“Китап ене ҡағылған” дуҫтарыбыҙҙың береһе – Баймырҙа Хөсәйен улы Итҡолов. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, машинаһында елдереп килеп етә ул. Бер килгәндә ун-ун бишләгән китап ала. “Китапхананың бөтә китаптарын уҡып бөттөм инде, олоғайғас ни, элек уҡығандарым онотола ла, ҡабаттан алам,” - ти ул йылмайып. “Бына, аҙналыҡ аҙыҡ булды был миңә,” - тип шаяртырға ярата мәрәкәсел Баймырҙа олатай китап алырға килгән һайын.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе һыу кеүек эскән тағы ла бер әүҙем уҡыусыбыҙ – Гөлфирә Рафаэль ҡыҙы Баймырҙина. Бикбулат ауылынан Мораҡҡа йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, күңел байлығы тураһында ла онотмай ул. Бәләкәйҙән китап уҡырға яратҡан Гөлфирә яңы ғына «мейестән сыҡҡан» китаптарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Бер көн генә Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның “Йәннәт һулышы”исемле яңы килгән китабын алып, уҡып, үҙ тәьҫораттары менән бүлешеп тә китте. Төн уртаһында уятып һораһаң да, йәнең теләгән әҫәрҙе һөйләп бирә алған Гөлфирәбеҙ менән беҙ ҙә ғорурланабыҙ!

Әҙәби китаптар менән бер рәттән ваҡытлы матбуғатты ла күҙәтеп барған дуҫтарыбыҙ күп беҙҙең. Уларҙың береһе - ике юғары белемле, оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләүсе, буш ваҡыттарында халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеүсе үҙ эшенең оҫтаһы Закир Хәбир улы Ҡолтаев. Шундай яуаплы, етди эштәре булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, китапханаға йыш йөрөй ул. “Әҙәбиәт - күңелемдең иң түрендә ятҡан хазиналарҙың береһе. Ваҡытлы матбуғатты күҙәтеп барам, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын яратып уҡыйым. Балалар әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһынам. Үҙем дә кескәйҙәргә арнап шиғри формала әҫәрҙәр ижад итәм, балалар өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларҙа улар әленән-әле донъя күреп тора. Компьютерға күсеүебеҙгә ҡарамаҫтан, китап-журналдарҙы ла оноторға ярамай. Улар бер-береһен тулыландырып һәр саҡ йәнәшә барырға тейеш. Миңә килгәндә, китапһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым,” ти ул.

Ғүмер буйы полиция өлкәһендә эшләүсе, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған Әхәт Нурғәле улы Айытҡолов тарихи документтарға нигеҙләнгән китаптарҙы үҙ итә. Әхәт ағай башҡорт телендә сыҡҡан журналдарҙы ла яратып уҡый. Килгән һайын “Әл дә китапхана бар, берҙән, халыҡ араһына сығып йөрөп киләһең, икенсенән, ҡулға тотоп, һәр битен ҡыштырлатып асып китап-журнал уҡыуға ни етә! Күҙ бөтөрөп компьютерға текләп ултырыу минең өсөн түгел, китап – иң яҡшыһы”, тип беҙҙең күңелде күтәреп китә.

Аллаға шөкөр, йәше лә, ҡарты ла китапханаға теләп йөрөй. Күпме студенттарҙы китаптар йөкмәтеп сессияларға оҙатабыҙ ҙа, уңыштарына һөйөнөп ҡаршы алабыҙ. Һәр килгән дуҫтарыбыҙҙан матур-матур теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре ишетәбеҙ. Был һүҙҙәр күңелдәргә май булып яғыла. Ә ошондай уҡыусыларыбыҙ булғанда, китапханабыҙҙың киләсәге өмөтлө.

Айгөл АБДУЛЛИНА.
Категория: Мы в прессе | Добавил: РФ
Просмотров: 1030 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024