Китапханасылар семинары үтте
02.02.2014, 20:14
22 ғинуарҙа Күгәрсен үҙәк китапханаһында район китапханасылары семинары үтте. Семинарҙа 2013 йылға йомғаҡ яһалды, яңы пландар ҡабул ителде.

Рәсми өлөштән һуң 2013 йылда уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләгән, “Күгәрсен районының ете мөғжизәһе” район конкурсында әүҙемлек күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йомағужа моделле китапхана етәксеһе Зәйтүнә Әбдрәшитова Күгәрсен үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең рәсми сайтында ойошторолған конкурс рейтингында “Ағиҙел йылғаһы тураһында риүәйәт” тип аталған хеҙмәте менән юғары баһаға лайыҡ булды һәм еңеүсе итеп танылды. Ошо уҡ китапхана хеҙмәткәре Әлфиә Хужахмәтова беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Источник - "МОРАҘЫМ" гәзите
Категория: Мы в прессе | Добавил: РФ
Просмотров: 1712 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024