"Масленица" байрамы
04.03.2014, 15:23
Уҙған аҙна башында Бикеш ауылында “Масленица” байрамы уҙҙы. Көндөң ярайһы уҡ һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ байтаҡ йыйылды.

Сара бик күңелле башланды. Гөжләп ҡайнап ултырған самауыр байрам кәйефен күтәрһә, күмәк көс менән әҙерләнгән табындың төп атрибуты - ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине! Телеңде йоторлоҡ был тәмлекәстәрҙе әҙерләп, бер-береһен, балаларҙы һыйлаған апай-инәйҙәр уҡыусылар менән бергәләп йырлап-бейеп күңел асты, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартышыу, сана менән уҙышыу кеүек уйындар уйнап кинәнде. Ауыл Советтары араһында үткән “Еңеү салюты” район конкурсында ҡатнашып, призлы урын алған “Березка” вокаль ансамбле сығышы ла байрамға сағыу биҙәк булды.

Аҙна аҙағында халыҡ йәнә “Масленица”ға йыйылды. Был юлы ла уйын-көлкө менән үткән байрам ҡарасҡы яғыу менән тамамланды.

Сараны ойошторған Сәйетҡол ауыл клубы мөдире Алевтина Афанасьеваға һәм уны уҙғарыуҙа әүҙемлек күрһәткән Екатерина һәм Валентина Афанасьеваларға, Светлана Байтякҡа, Ғәлиә Сәлиховаға, Светлана Толмачеваға, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Люциә Сәйфетдиноваға ауыл халҡы исеменән рәхмәт еткерәм.

Эльвира ХӨСӘЙЕНОВА,
Сәйетҡол ауыл китапханаһы мөдире.
"МОРАҘЫМ" гәзите.
Категория: Мы в прессе | Добавил: РФ
Просмотров: 1650 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024