"Һугыш балалары - тарих яралары"
15.12.2014, 11:25 | |
29 ноябрҙә Нуҡай ауыл клубында Әсәләр көнөнә арнап үткәрелгән матур сара тап шулай аталды. Кисәгә һуғыш ваҡытында үҫмер, сабый балалар булған, хәҙер инде ололар ҡорон тулыландырған инәйҙәребеҙ саҡырылды. “Әсәкәйем – ҡояшым” исемле стенд та ошо байрамдың йөкмәткеһен тулыландырҙы. Һәр сығыш әсәйҙәргә бағышланды. Концерттан һуң сәй табыны артында йәнле әңгәмә ҡоролдо. Инәйҙәр үҙҙәренең ауыр бала саҡтарын һағынып та, әсенеп тә иҫкә алды. Аслыҡтан үлгән туғандар, яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡалған атай-ағайҙар рухына бағышлап аят уҡылды. Нуҡай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Көсөкбаев барыһын да байрам менән тәбрикләп, оло Еңеүҙең 70 йыллығын да иҫән-һау ҡаршыларға насип булһын тип теләк белдерҙе. Миңзифа КӨҪӘПОВА, Нуҡай ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Источник - moradimgazeta.wordpress.com | |
| |
Просмотров: 2001 | Загрузок: 0 | |
Всего комментариев: 0 | |