Ауылдың рухлы, зыялы, белемле кешеләрен берләштергән урын – ул китапхана. Мораҡ үҙәк китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге бына бер нисә йыл рәттән уңышлы ғына эшләп килә. Фондта ете меңгә яҡын китап тупланған.