17:42
27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө
Ауылдың рухлы, зыялы, белемле кешеләрен берләштергән урын – ул китапхана. Мораҡ үҙәк китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге бына бер нисә йыл рәттән уңышлы ғына эшләп килә. Фондта ете меңгә яҡын китап тупланған. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан һәр китаптың мотлаҡ данаһы беҙҙең фондҡа килеп етә. Һуңғы йылдарҙа күп кенә авторҙар үҙнәшер юлы менән башҡа нәшриәттәрҙә лә китаптарын сығарып, беҙҙең фондты тулыландыра.

Белемле, мәҙәниәтле шәхестәр элек тә китапҡа ынтылған, үҙен хөрмәт иткән һәр зыялы китап тотҡан, уны башҡаларға еткергән, һаҡлаған. Элек китап мәсеттәрҙә, мәҙрәсәләрҙә һаҡланһа, аҙаҡ улар китапханаларға күсә. Бөгөн китапханалар боронғо менән хәҙергене тоташтырыусы нурлы күпер булып торалыр. Китапхана шулай уҡ белем, мәғлүмәт биреү үҙәге генә түгел, ә тәрбиә һәм халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып һанала.

Районыбыҙ китапханасылары китап менән уҡыусы араһын яҡынайтып, кеше күңелен рухи яҡтан байытып, аң-белемгә әйҙәп йәшәй. Бөгөнгө көндә беҙ телдең, милләттең сафлығы һағына баҫҡан бүлек китапханасыһы Светлана Халиҡова менән һәр аҙым һайын үҙебеҙҙең барлыҡты, кәрәклегебеҙҙе раҫлап торорға һәм заман менән бергә атларға, китапханаға килеүселәрҙең талаптарын үтәргә тырышабыҙ. Китапханасы эше үтә лә яуаплы, сөнки беҙ халыҡ менән эшләйбеҙ. Беҙ –педагог та, психолог та, телсе лә, әҙәбиәтсе лә. Балаларҙа китапҡа һөйөү һәм ихтирам уятыу өҫтөндә лә даими эштәр алып барабыҙ, төрлө алымдар ҡулланабыҙ.

Китапханала йыл буйына яҙыусы, шағирҙарҙың, билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарына, шулай уҡ исемле һәм иҫтәлекле даталарға сағыу күргәҙмәләр, стендтар, буклеттар эшләйбеҙ, сценарийҙар төҙөйбөҙ. Республика йә район күләмендә үткәрелгән төрлө әҙәби сараларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашабыҙ. Күренекле шәхестәр, билдәле әҙиптәр менән әҙәби кисәләр, яңы китаптарҙың исем туйҙары үткәрелеп тора. Ошо көндәрҙә генә күренекле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишева тураһында “Оло Эйек ҡыҙы” исемле хәтирәләр китабын китап һөйөүселәр ҡарамағына тәҡдим итте, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева халыҡ менән осрашты, матбуғатҡа яҙылыу ойошторҙо.

Бына ошондай күркәм саралар йыш үткәрелеп тора беҙҙең китапханала.

Киләсәктә лә туған телебеҙҙе онотмайыҡ, мәҙәниәтебеҙгә, милләтебеҙгә тоғролоҡто юғалтмайыҡ тиһәк, башҡорт әҙәбиәте һағына баҫайыҡ, китапхана юлын һыуытмайыҡ.


Рәмзиә ЗӘЙНУЛЛИНА, Мораҡ үҙәк китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1333 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024