10:23 "Ғафури районынан килгән сәләм" | |
Яңы йыл етеп килгәндә, ҙурайышып бөтһәк тә, ниндәйҙер мөғжизә, тылсым көтәбеҙ. Ғәфури яҡтарынан йылы эстәлекле хат килеп төшкәс шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимова яҙған был хатты, түкмәй-сәсмәй үҙегеҙгә еткерәм: "Әлеге пандемия осоронда ойошторолған онлайн конкурстарҙа ҡатнашып ҡына өлгөр. Ҡулдан килгәнсә класыбыҙ менән ҡатнашып торабыҙ, һөҙөмтәләр ҙә шатланырлыҡ. Бына шулай уҡыусыларымды шиғырҙар конкурсында ҡатнаштырыу теләге менән онлайн конкурсҡа эштәрен ебәрә һалдым. Күгәрсен районы үҙәк китапханаһынан шиғырҙар бәйгеһендә уҡыусыларымдың шиғырҙары призлы урындарға лайыҡ булыуы тураһында хәбәр алдым. Аптырап ҡалдым... Мин республика бәйгеһе тип, Күгәрсен районына ебәргәнмен. Русса әйтмешләй, "Что бы не происходило, все к лучшему", тиеп бүләктәр тураһында һөйләшергә булдым. Баҡтиһәң, курсташым был китапханала эшләй булып сыҡты. Нисек был бүләктәрҙе еңеүселәргә еткерергә тип оҙаҡ баш ватманыҡ. "Безвыходных ситуаций не бывает", мин һәр ваҡыт шулай уйлайым. Уҡыусыларымды ла шуға өйрәтәм. Һәм нисек уйлайһығыҙ, был бүләктәр беҙгә нисек килеп етте? Был турала видеояҙманан белерһегеҙ. Иң мөһиме, уҡыусыларым шат! Курсташым Айгөл Абдуллинаға ҙур рәхмәт!". Беҙ ойошторған "Шиғырҙарым - күңелем көҙгөһө" исемле бәйгебеҙҙең еңеүселәре видео сәләм дә ебәргән. | |
|
Всего комментариев: 0 | |