09:44
Әҙәби нағыш
"Әҙәби нағыш" марафоны Башҡортостан райондарын урап ниһәйәт Күгәрсенгә лә килеп етте. 25 июль көнө Юлдаш кафеһы янында Күгәрсен районы мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре уларҙы икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды.

Барыһыла Шәһит Хоҙайбирҙин музейына юл алды. Музей алдындағы майҙанда Хоҙайбирҙин ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан "Халыҡ оҫталарының ижады" тип аталған күргәҙмә ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтар ҡыҙыҡһыныу менән күргәҙмә менән танышты. Хөрмәтле яҙыусыларыбыҙ Рауил Бикбай, Рәмил Йәнбәк, Зөфәр Вәлит, Лариса Абдуллина, Сәрүәр Сурина һәм мәҙәнит министрлығы вәкилдәре, Көйөргәҙе районы вәкилдәре.


Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалғандан һуң музей менән танышты. Бында уларҙы шиғырҙар, йырҙар менән бер төркөм балалар Һәм музей мөдире Вәсилә Әмирова ҡаршы алды. Яҙыусылар төркөмө етәксеһе Рауил Бикбаев балаларға рәхмәт әйтеп музейға афтографлы китаптар тапшырҙы. Артабан ҡунаҡтар Мораҡҡа "Түңәрәк өҫтәлгә" йүнәлде.

Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1423 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024