00:31
Гөрләп үтте урам байрамы
Беҙҙең Мәҡсүт ауылында “Урам байрамы” үтте. Ошонда тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә ғүмер иткәндәр, ниндәйҙер сәбәп менән ауылына оҙаҡ ҡайтмағандарҙы бала саҡтағы һымаҡ байрам тағы бергә йыйҙы.

Был төбәктең ир-егеттәре уңған, эште ҡойоп ҡуйғандай итеп башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыуға маһир. Һәр бер ҡапҡа алдында ҡуйылған өҫтәлдәрҙәге ризыҡтарҙың төрлөлөгөнә иҫең китерлек, милли аҙыҡтарыбыҙ мул итеп өйөп һалынған: ул баллы сәк-сәк тиһеңме, кәсәләргә ҡойоп ҡуйылған шифалы ҡымыҙ, татлы бауырһаҡ тиһеңме, телеңде йоторлоҡ бәлештәр, ҡорот, ит ризыҡтары, ул ҡыҙарып бешкән баҡса еләге... – барыһын да табып була ине ул көндө. Ә мөһиме, ҡабарып бешкән икмәге - игене үҙебеҙҙең ялан-ҡырҙа тирбәлгәнгәме -телеңде йоторлоҡ тәмле ине. Шулай итеп, матур байрам табыны әҙерләгән, күргәҙмәләр теҙгән “Алтын ҡуллы хужабикә”ләр, оҫталарҙың барыһы ла бүләкләнде.

Сарала район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин, уның ярҙамсыһы – ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Михаил Чижков, район советы рәйесе Мансур Әбсәләмов, әлбиттә, Өфөнән - Ләлә апай Биишева кеүек абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне.

Байрам асыҡ тип иғлан ителгәс, һүҙ Фәрит Мырҙагилде улы Мусинға бирелде. Ул ҡасандыр тәү башлап ошо урамда донъя ҡороп йәшәүе тураһында һөйләп китте, йыйылыусыларҙың әүҙемлеге өсөн рәхмәт һәм бындай байрам биләмәнең башҡа ауылдарында ла дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Ләлә апай Биишева үҙенең сығышында Зәйнәб Биишеваның фиҙәҡәр хеҙмәте тураһында һөйләне. Артабан ауылдаштарын ауыл хакимиәте башлығы Әхмәтйән Хәкимйән улы Вәлитов, ветерандар советы рәйесе Минивәли Кинәйәғәли улы Мәзитов, ауылдың алдынғы крәҫтиән-фермер етәксеһе Юлай Хәжиәхмәт улы Вафин байрам менән ҡотланы. Урамдың тарихы менән педагогик хеҙмәт ветераны Хәлиҙә апай Бикҡолова таныштырҙы.


Зәйнәб Биишева урамы – сағыштырмаса ауылыбыҙҙың йәш урамдарынан һанала. Быйыл уның юбилейы – 25 йәш. Ә шулай ҙа был урам ауылда иң күркәм урамдарҙың береһе, сөнки бында йәшәүселәр барыһы ла тырыш та , егәрле лә. Оло әҙибәбеҙ, ил инәһе Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән урамда йәшәү - үҙе бер яуаплылыҡ, мәртәбә һәм, әлбиттә, оло ғорурлыҡ та.

Тантанала тырыш, татыу ғаиләләрҙе, оҫта ҡуллыларҙы, өлгөлө йорт хужаларын, уңғандарҙы билдәләнеләр. “Өлгөлө йорт” номинацияһында Хабибуллиндар, Имелбаевтар, Искәндәровтар йорттары иң яҡшылары тип табылды.

Сараны Мәҡсүт ауылы мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистары( алып барыусылары – Резеда Ҡотлобаева, Айгөл Килмөхәмәтова, музыкаль яҡтан биҙәүсе БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Рим Әбүбәкиров) һәм ауыл халҡы йыр-бейеүгә оҫталар ҡатнашлығында әҙерләнгән концерт дауам итте. Тирмә эргәһендә тәмле аштары менән «Айгөл” балалар баҡсаһы мөдире Гөлнур Хәзиева һәм хеҙмәткәрҙәре Динә Байгилдина, Алена Ростова, мәктәп ашнаҡсыһы Эльза Мусина ҡыуандырҙылар.

Ошо сараны ойоштороусы Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәлитовҡа һәм уның хеҙмәткәрҙәренә Алһыу Сачкова, Зөһрә Ивановаға барса ауыл халкы ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Республикала “Шәжәрә”, “Урам байрамы”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары үткәреү киң ҡолас алды. Маҡсатҡа ярашлы, бындай саралар тыуған төбәктең тарихы, уның арҙаҡлы һәм ябай шәхестәре, тарихы тураһында бәйән итә, туған-ҡәрҙәштәрҙе туплай.

Резеда Ҡотлобаева, Мәҡсүт мәҙәниәт йорто директоры;
Айгөл Килмөхәмәтова, Мәҡсүт китапхана мөдире
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 4173 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024