10:09
Үҙ яғыма ҡайтһам...
Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып,
Тыңлар инем үлән үҫкәнен,
Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын,
Киске йылы елдәр иҫкәнен...

Әҙәбиәт йылына арланған “Китап менән тормош юлынан” район эстафетаһын, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре йыл башында иғлан иткәйне. Ошо сараға яраҡлы Ялсы ауыл моделле китапханаһында, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Үҙ яғыма ҡайтһам...” исемле әҙәби кисә ойошторолдо. Ул яҙыусы - драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты , Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Ибраһим Абдуллиндың ижадына, тыуыуының 95 йыллығына арналғайны.

Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин утыҙға яҡын ҙур күләмле, илленән ашыу бер шаршаулы пьесалар авторы. “Бажалар”, “Гөлмәрфуға”, “Бисәне айырам”,”Тиле йәшлек”, “Их, Өфө ҡыҙҙары!”, “Яратам, яратам”, “Айһылыуҙың айлы кистәре”, “Йөрәк менән шаярмайҙар”, “Утың һүнмәһен” пьесалары театрҙар сәхнәһендә даими күрһәтеләләр. Драматургия яҙыусының яратҡан өлкәһе булһала, ул бөтә ижады буйынса күп һандағы проза әҫәре лә яҙа. Популярлыҡ яулаған “Хуш, Рим”, “Тол ҡатындар иламай”, “Ҡош юлынан барам” романдарын яҙған. Был өлкәлә ул үҙен өлгөргән оло мастер итеп иҫбатлаған. Ул башҡа әҙиптәргә ҡарағандала үҙенең ижадында һуғыш темаһын эҙмә- эҙлекле һәм ныҡышмалы рәүештә, романдарында һәм пьесаларында тасурилай. Ул әҫәрҙәрендә халыҡтар араһында йәйғор күпере һалыусы интернационалист яҙыусы булараҡ та билдәле. Әҙиптең шиғырҙарына яҙылған “Үҙ яғыма ҡайтһам...”, “Ағиҙелдә боҙ китә”, “Яратам, яратам”, “Бажалар”, “Зөлфиә”, “Их, Өфө ҡыҙҙары!”, “Башҡа күрә алмаһам Уралды”, “Йыл да килә яҙҙар”, “Беренсе мөхәббәт - иң яҡты йондоҙ ул”, “Иртә яуа ҡарҙар” кеүек йырҙарын халыҡ яратып тыңлай.

Әҙәби ҡунаҡханаға И.Абдуллиндың ижадына битараф булмағандар саҡырылды. Кисә Гүзәл Аҙнабаева, Мөслимә Зәйнәғәбдинова, Илмира Нуғаева, Айгөл Юдаева башҡарыуында, драматургтың “Гөлмәрфуға” пьсаһынан өҙөк күрһәтеүҙән башланып китте. Вәсилә Карагузина “Зәңгәр яҙың торһон ҡаршыңда”, М.Зәйнәғәбдинова “Тапманым” шиғырҙарын ятлап ишеттерҙеләр. Китапхананың әүҙем китап уҡуысылары Фәниә Мәхмүтова “Көҙгө таңдар”, Ғәшүрә Ишкинина “Боҙ киткәндә” йырҙарын башҡарыуҙары тамашасы күңеленә хуш килде. Нургөл Иҫәнғолованың өҙҙөрөп бейеүлә кисәгә йәм өҫтәне. Яҙыусының тормошона, ижадына арналған китап күргәҙмәһе менән китапханасы Айгөл Юдаева таныштырҙы.


Башҡорт әҙәбиәтен, бигерәктә драматургияны, Ибраһим Абдуллиндың романдарынан, повестарынан , хикәйәләренән, пьесаларанан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның ижады күп сәскәле, ижади баҡсаһы емештәргә ифрат бай.

Ул ысын мәғәнәһендә бәхетле шағир, публицист, прозаик, драматург. Башҡорт әҙәбиәтенең Аҡһаҡалы булараҡ һоҡландырғыс талант!

Кисә, Ибраһим Абдуллин яҙған, ретро йырҙарҙың береһе булған “Үҙ яғыма ҡайтһам” йырын бергәләшеп йырлап тамамланды.

Айгөл Юдаева, Мөслимә Зәйнәғәбдинова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1674 | Добавил: РФ | Теги: С книгой по жизни, Ялчинская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024