00:01
Йолаларҙы тергеҙеп
Аҡ самауыр ҡуяйыҡ,
Тәмле булһын сәйебеҙ,
“Кәкүк сәйе»н байрам иткәс,
Матур килһен йәйебеҙ.

Халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә ағинәйҙәребеҙ үҙҙәренең өлөшөн индерә. Ағинәй Сәриә Ғәлеева менән Эльмира Буранбаева ойошторған сара ла «Кәкүк сәйе” йолаһын тергеҙеүгә ҡоролған. “Кәкүк сәйе” нә сығыу борондан килгән, хәҙерге көндә онотолоп барған йолаларҙың береһе. Ошо йоланы тергеҙеү, балаларға аңлатып, башҡорт халҡының йолалары аша тәрбиә биреү маҡсатында, Тәүәкән ауылының оло инәйҙәре, өләсәйҙәре, апайҙары, еңгәләре, бала-сағалары матур тәбиғәт ҡосағына йыйылды.

“Кәкүк сәйе” байрамы кәкүк саҡыра башлағас, кәкүк емеше сыҡҡас уҙғарыла, тип был йола хаҡында Гөлназ Сәлихова аңлатма бирҙе балаларға. Борон-борондан башҡорттар ҡоштарға табынып йәшәгәндәр. Кәкүк –халҡыбыҙҙың риүәйәт –әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне йәки һөйгәненә мәңге тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдыра. Ҡарға, кәкүк кешеләргә изгелек килтереүсе ҡоштар, тип иҫәпләгән халҡыбыҙ. Шуға күрә уларға бағышлап, байрамдар ойошторғандар. Уларҙан йәйҙең матур килеүен, игендең ишелеп уңыуын һорағандар.


Артабан ҡоштар тураһында йомаҡтар ҡойолдо, төрлө милли уйындар уйнатылды. Кескәйҙәр уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Аҡ-тирәк , күк тирәк уйынын матур милли кейемдә килгән ағинәйҙәр Сәриә һәм Гөлсирә апайҙар, Рәмилә Шәһәрова “Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнаттылар, хәрәкәтле уйындарҙы Илшат Дәүләтбаев ойошторҙо.

Илдәр именлеген, иген ишелеп уңыуын, йәйҙәр матур булыуын теләп,тәмле ризыҡтар менән һыйланып, самауыр сәйен эсеү менән тамамланды был күркәм йола.


Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 2348 | Добавил: РФ | Теги: Тавакановская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024