10:26
Өлкәндәрҙе тәбрикләп...
Ололарҙы тәбрикләү, уларҙы хөрмәт итеү – йәмғиәттең үҫеш һәм аң кимәлен билдәләй. Ҡарттарҙың хәстәрлекле ҡарашҡа, йылы һүҙгә мохтаж булыуы һәр кемгә билдәле.

1 октябрҙә беҙҙең Мәҡсүт ауыл биләмәһендә лә өлкән йәштәге кешеләр тәбрикләнде. Барыһы ла ауыл мәҙәниәт йортонда йыйылды.

Тантанаға йыйылыусыларҙы тәүҙә ауыл хакимиәте башлығы Ә.Х.Вәлитов ҡотланы. “Һеҙ һәр саҡ беҙҙең районыбыҙҙың терәге һәм таянысы булып ҡаласаҡһығыҙ. Илебеҙ кисергән иң ауыр йылдарҙа ла бөгөлөп төшмәй, рух күтәренкелеген һаҡлап, Ватаныбыҙҙы тергеҙгән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Йәш быуын беҙҙең ололарыбыҙҙан үрнәк алырға, уларҙың матур традицияларын, эштәрен дауам итергә тейеш”, – тине ул. Ололарҙы шулай уҡ райондан килгән ҡунағыбыҙ район башлығы урынбаҫарыМ.Ф.Чижков, ветерандар советы рәйесе М.К.Мәзитов һ.б. ҡотланы.


Артабан ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары тарафынан инәй-олатайҙарға матур йөкмәткеле, күңелле лә, моңло ла концерт күрһәтелде. Сараны йола буйынса күңелле сәй эсеү дауам итте. Ололар был тантананан рәхмәттәрен әйтеп, бик тә ҡәнәғәт булып таралышты.

Резеда Ҡотлобаева, Мәҡсүт мәҙәниәт йорто директоры;
Айгөл Килмөхәмәтова, Мәҡсүт китапхана мөдире
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1200 | Добавил: РФ | Теги: Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024