12:29
"Минең телем - башҡорт теле"
Хөрмәтле дуҫтар һәм китап уҡыусылар! Юлдыбай ауылы китапханаһы һеҙҙе "Минең телем - башҡорт теле" тигән әҙәби сәғәтен ҡарарға саҡыра https://vk.com/public125865713. Рәхим итегеҙ!

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Телебеҙҙең ҡәҙере - рухыбыҙҙың бәҫе ул.

Бөгөнгө әҙәби сәғәтендә һеҙ "Минең туған телем - әсә теле" әҙәби күргәҙмәһе менән танышып үтерһегеҙ. Күргәҙмәлә М. Аҡмулла тураһында һәм үҙебеҙҙең Юлдыбай ауылынан сығыусы шәхесебеҙ Суфъянова Нәсимә Фәтих ҡыҙының эштәре менән танышырһығыҙ. Шиғриәт һөйөүселәренә ауылыбыҙҙың ағинәйе Хоҙайғолова Ҡәмәрә Зариф ҡыҙы үҙ ижадын тәҡдим итә.

ЕРЕМ, ИЛЕМ, ТЕЛЕМ.

Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.

Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.

Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
(Р.Шәкүр)
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 830 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024