10:25
Науруз - ҡотло булһын!
Йылдың башы уң булһын,
Ризығы мул булһын.
Игендәр шашып уңһын,
Ҡаҙандар ташып торһон.
Бир хоҙай көндөң һилен,
Донъялар булһын имен.

Тәүәкән ауылында үткән Науруз байрамы йыр-бейеүгә, тәбиғәт һынамыштарына изге теләктәргә, уйын-ярыштарға, тәмле-татлы аш-һыуҙарға, бүләктәргә бай булды. Бер-нисә йыл рәттән ойошторолған күркәм сара йолаға әүерелеп бара. Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән осорға тап килә был байрам.

Мәҙәниәт йортоноң "Күнйәп" балалар ансамбленең сығышы менән асылды яҙҙы ҡаршы алыу тантанаһы. Артабан байрам сараһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан, Теләүембәт ауыл биләмәһенең ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәриә Ғәлиева "Науруз" байрамын алып барыусы булараҡ дауам итте.

"Йәйғор" балалар ансамбле тәбиғәт һынамыштарын әйткәнкәндән һуң, байрамдың төп ризығы бойҙайҙан әҙерләнгән ҡурмастан ауыҙ итергә тәҡдим ителде. Сараға йыйылған ауыл халҡына ҡотлау һүҙҙәрен, теләктәрен ауыл биләмәһе башлығы Марат Ишбулат улы Хәйсәров еткерҙе, йолаға әйләнгән байрамды ойошторған мәҙәниәт йорто директоры Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы Әбдрәхимоваға, ярҙамсыларына эштәрендә уңыштар теләне. Өс бер туған Наҙгөл, Нурсилә, Азалия Шәһәроваларҙың дәртле көйгә бейеүҙәре сараның бер биҙәге булып, дәррәү алҡыштарға күмелде.

"Сәңкем" халыҡ фольклор ансамбле сығышында Тәүәкән ауылының көнкүрешен, ер-һыу атамаларын сағылдырған таҡмаҡтар, изге теләктәр яңғыраны. Мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары ҡотлауҙар менән сығыш яһанылар. Спорт ярыштарын үткәреүҙә Лилиә Әбдрәхимова, Фаягөл Гәзимова әүҙемлек күрһәттеләр. Мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән татлы ризыҡтар, тәмле сәйҙәр менән һыйланып, ҡатнашыусыларҙы бүләкләп тамамланды яҙҙы ҡаршы алыу байрамы "Науруз".


Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1300 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024