17:34
Ҡорама байрамы
Бикбулат ауылында «Ағинәйҙәр” ойошмаһы әүҙем эшләп килә. Ауыл мәҙәниәт йортонда кис ултырыу, фольклор, ауыл китапханаһында “Иман нуры” түңәрәктәре, мәсеттә йома сәйе, дин, әхләҡ , ғәрәп теле дәресе өйрәнеү алып барыла.

7 апрель Тәүәкән ауылында уҙғарылған Ағинәйҙәр ҡоронда Урал ауыл биләмәһенән Бикбулат ауылының ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Был сараға ауылдаштарыбыҙҙың, үҙебеҙҙең ҡул эштәрен күргәҙмәгә ҡуйылды. Малышева Зәбиләнең зауыҡ менән сигелгән таҫтамалдары, Сафина Разифа апайҙың дебет шәлдәре, Иҫәнғолова Зөмәрә апайҙың матур-матур биҙәктәр һалып бәйләнгән балалар кейемдәре, семәрле-семәрле шәлдәре күҙҙең яуын алып торҙо. Бигерәк тә Кинйәбаева Хәбирә апайҙың заманса итеп бәйләнгән шәле байрамға йыйылыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Шулай уҡ аш – һыу күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Беҙҙең ауыл биләмәһе һөт ризыҡтарын тәҡтим итте: һөт, ҡорот, ҡаймаҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, хатта муйыл майы ла бар ине.


Музыкаль күстәнәс итеп оло йәштәге ауылдаштарыбыҙҙың әйтешкән “Өлгө алығыҙ” исемле таҡмаҡтар башҡарылды.

Байрамдан беҙ ыңғай тәҫораттарға байып, алдағы эштәргә илһам, дәрт йыйып, рухланып ҡайттыҡ.

Гульназира Кинзябаева, заведующая Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1789 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024