11:22 "Ҡыуаныслы яңылыҡ!" | |
Тағы ла ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ! Ошо көндәрҙә, һыуыҡ тип тормай, китапханабыҙға ҡунаҡҡа Зәйнәб Биишева премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ, шағирә Рәзилә Ҡотлогилдина килде. Әйткәндәй, Рәзилә апай беҙҙең коллега ла. Мәләүез ҡала китапханаһының башҡорт әҙәбиәте бүлеген етәкләй ул. Яҡташыбыҙға әҙәби кисә үткәрергә тигән хыял менән янып йәшәйбеҙ ҙә, әлегә бойомға ашырырға мөмкинселек сыҡмай тора бит.
Ни эшләйһең инде... Һау булһаҡ, гөрләтеп үткәрергә насип булыр әле! Ә әлегә, битлектәр кейеп кенә осрашып, метр ярым ара аша ғына аралашып торорға тура килде инде. Иң ҡыуаныслыһы, Рәзилә апай беҙгә бер ҡосаҡ итеп үҙенең "Алтын көҙ" исемле китабын бүләк итте. Оҙаҡламай, Рәзилә Ҡотлогилдинаның шиғырҙар китабын беҙҙә генә түгел, ауыл китапханаларында ла күрергә насип буласаҡ. Айгуль Абдуллина | |
|
Всего комментариев: 0 | |