13:21
Зәйнәб-апай рухын тергеҙеп
3 февраль арҙаҡлы яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, ил инәһе Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте. Күркәм сара электән килгән йола буйынса әҙибәнең тыуған ауылында башланды.

Шуныһы ҡыуаныслы, бөйөк әҙибә ижадының традицияларын дауам иттереп, уның исемен мәңгеләштереүгә һәм әҫәрҙәрен пропагандалауға үҙҙәренең ижади хеҙмәте менән тос өлөш индергәндәре өсөн был премияға лайыҡ тип табылыусылар - беҙҙең яҡташтарыбыҙ. Сапык ауылында тыуып үҫеп, Өфөлә эшләп йөрөүсе Ғәлиән Зәкир улы Хәсәнов Зәйнәб Биишеваның юбилей буклеттарын эшләүҙә, ете китабын ҡайтанан баҫып сығарыуҙа ҡатнашҡан. Түбәнге Һаҙҙа тыуып-үҫеп, әле Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге Хәйриә фондын етәкләүсе Әхмәт Гәрәй улы Искәндәров район үҙәгендәге һәм Туйөмбәттәге яҙыусының бюстарын ҡуйыуҙа булышлыҡ иткән.

Хөрмәтле ҡунаҡтар Туйөмбәт ауылында Зәйнәб Биишеваның йорт-музейында уҡыусы балалар менән осрашты, музей мөдире әҙибәнең тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. Артабан һөйөклө ил инәһенең хәтер кисәһенә ауаздаш матур һәм йылы сара Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте.

Фойела йылдағыса әҙибәбеҙгә арналған күргәҙмәләр ойошторолдо. Мәҡсүт мәктәбе уҡыусыларының күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре барыһына ла хуш килде. Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йортоноң һәм район музейының Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата ойошторолған стендтарында бик ҡыҙыҡлы фото һәм уникаль фронт хаттарын күрергә мөмкин ине. Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең быйылғы Әҙәбиәт йылына, районыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейына әҙерләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмәләрҙә арҙаҡлы яҡташарыбыҙҙың хеҙмәттәре урын алды. Ә инде сараның иң төп күргәҙмәһе - бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның ижади ҡомартҡыһы – әлбиттә, уҡыусыларыбыҙ яратып уҡыған мәңгелек әҫәрҙәре булды.

Лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы Әҙәбиәт йылында үтеүе айырыуса әһәмиәткә эйә. Сарала район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Ғалим Хисамов, яҡташыбыҙ, алсаҡлығы һәм ябайлығы менән апаһын хәтерләтеп тороусы Ләлә апай Бейешева, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ошо әҙәби премия лауреаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ауыл китапханасылары һәм ауыл мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин мәртәбәле исемгә лайыҡ булыусыларҙы ҡотлап танытмалар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ҙә бөйөк әҙибәнең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарған хеҙмәттәрен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.


Сәхнәләге сығыштарҙың Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, дәртле бейеүҙәр, экрандағы видеояҙманан халыҡ яҙыусыһы тураһындағы фильмдан өҙөктәр күрһәтеү менән үрелеп барыуы кисәгә йәм өҫтәне, мәртәбәһен арттырҙы. Ауыл китапханасыларының (Новопетровскийҙан Людмила Максакова, Әлмәстән Әлфирә Табулдина, Тәүәкәндән Ләлә Сәитбатталова, Исемдән Любовь Рыжова) һәм Күгәрсен ауылының мәҙәниәт йорто художество етәксеһе, шағирә Зөлфиә Хәйбуллинаның бөйөк әҙибәбеҙ халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның һәм халыҡ шағиры А.Филипповтың шиғырҙарын яттан һөйләү сараның бәҫен күтәрҙе.

Районыбыҙҙың ғорурлығы булған халыҡ яҙыусыһының ҡаялай ныҡ рухы, ҡоростай саялығы бөгөн дә халҡын матур хеҙмәткә әйҙәп тора. Зәйнәб Биишева кеүек сағыу, талантлы шәхес тураһындағы иҫтәлектәр халҡы йөрәгендә мәңге йәшәйәсәк.

Айгөл Килмөхәмәтова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1264 | Добавил: РФ | Теги: С книгой по жизни, Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/4
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024