Гора "Эйерлетау"
Местоположение
Эйерлетау относится к особо охраняемой территории регионального значения и входит Икскому государственному заказнику (данные из архива ГБУ РБ Кугарчинского лесничества). Эйерлетау расположена в 2 км. к северо–востоку от населенного пункта деревни Бикбулатово на левом берегу реки Ик. Гора имеет форму седла. Относительная высота Эйерлетау 400 м. С южной стороны склоны горы в основании пологие, а с севера - каменистый обрыв.

Гора имеет две вершины. С одной вершины Эйерлетау можно наблюдать за населенным пунктом, а с другой открывается прекрасная панорама на уральские горы, густо заросшие лесным массивом, где между горами протекает серпантином прозрачная, прохладная река Малой Ик, который наполняется многочисленными родниками.


На горе произрастают редкие виды растений, как можжевельник, пижма и др., также можно увидеть пресмыкающихся (ящерицы, змеи и др.). На склоне горы находятся смешанный лес. Придавая нашей природе, еще больше красоты и превосходства гору Эйерлетау украшают посадка хвойного леса, посаженная 1936 году лесничество совместно с местным населением.

Лесные поляны и опушки леса горы очень богаты весьма ценными лекарственными растениями – валериана лекарственная, тысячелистник обыкновенный, кровохлебка лекарственная, зверобой продырявленный, фиалка, подснежники и др. Воздух здесь чистый, лечебный.


На территорию подножья горы заезжает много любителей рыбной ловли, а так же окрестности Эйерлетау являются излюбленным местом посещения многочисленных туристов и любителей отдыха. С правого берега реки Малой Ик свисает скала Артмакташ, наверху имеется отверстие в небольшую пещерку. А на левом берегу имеется поляна окруженная сосновым бором и березовой рощей. На этой поляне совхозом «Кугарчинским» (директор Шагаров Р.Х.), отделением «Урал» (управляющий Кинзябаев Д.М.) 1978 годах была организована доение кобыл и производили лечебный башкирский кумыс на весь наш район. Сейчас проводятся различные слеты, спортивные соревнования, конкурсы, праздники районного и республиканского значения.

Легенда
«Эйарлетау легендаһы»

Үҙенең һоҡландырғыс тәбиғәте менән Күгәрсен районында ғына түгел, бөтә Башҡортостанда, хатта унан да ситтә дан тотҡан «Эйәрлетауҙың» исеменә ҡарата бер нисә легенда варианты бар. Уларҙың дөрөҫлөккә яҡыныраҡ булғаны түбәндәгесә:

Бикбулат ауылына нигеҙ һалына башлаған ҡатмарлы осорҙа башҡорттарҙың бер ҙур булмаған төркөмө ҡаҙаҡ баҫҡынсыларынан ҡасып, ауылдан арыраҡ урынлашҡан бейек бер тау итәгенә барып урынлаша. Эргәлә генә кесе Эйек йылғаһы ағып ята, тау башына менеп ҡараһаң тирә-яҡ та ус төбөндәгеләй күренә, шул рәүешле был урын бөтә яҡлап та уңайлы булыуын аңлай улар. Был башҡорттарҙың етәксеһе Сурағол исемле ҡыйыу кеше була, ул көндәрен һунарҙа кейек айлап, ҡош атып ырыуҙаштарына аҙыҡ тапһа, эңер төшкәс, тоғро атына атланып, бейек тауҙың иң түбәһенә менеп, тирә-яҡты күҙәтеп-байҡап таң аттырыр булған, ти. Атын туғарып, утлауға ебәрә, ә эйәрен шунда ятҡан ҙур таш өҫтөнә һала икән. Моңайған саҡтарда һәр ваҡыт үҙе менән йөрөткән ҡурайын алып, тирә-яҡты яңғыратып уйнап та ебәрә, көр тауыш менән ҡушылып йырлап та ала, ти:

Тоғро ла атым алып менде
Ҡаялы ла тауҙың башына,
Тыныслыҡ та килһә илкәйемә,
Яҙып ҡуйыр инем ташыңа.
Бейек тә генә тауым, башыңа баҫһам,
Бар тирә-яҡ йәмле күренә.
Мин китермен тауым, һин ҡалырһың,
Алып китә алмамын ғүмергә.

Үҙе ҡыйыу, үҙе мәргән, үҙе моңло башҡорт башлығы –күп яуҙарҙа иптәштәрен ҡурсып йөрөп ныҡ арыған, төндәрен дә хатта шулай тыныс йоҡлай алмағанлыҡтан, сиргә һабыша һәм оҙаҡламай уның үле кәүҙәһен ошо тау башында табалар. Халыҡ уны ҙур хөрмәт менән шунда ерләй, таш өҫтөндә ятҡан эйәрле лә тау башында ятҡан ерендә ҡала. Легендала шулай уҡ уның тоғро атын да кешеләрҙең тауҙан алып төшә алмауы, аттың хужаһы ҡәбере эргәгендә йөрөп, ҡара көҙ еткәс, тамам хәлһеҙләнеүе һәм ҡаянан осоп төшөп үлеүе тураһында әйтелә. Шул ваҡыттан алып, был тауҙы Эйәрлетау тип, ә ат ҡолап үлгән ҡаяны Атосҡан ҡаяһы тип йөрөтә башлағандар,ти. (Ижбаева Гәүһәр һөйләүенән яҙып алынды).

Маршрут: от центра Кугарчинского района с.Мраково до дер. Бикбулатово (12 км)-на попутном автомашине или на рейсовом автобусе (понедельник, среда, пятница – время отправления 9.00, 13.15) , а потом – пешком 2 км.

Автор: Кинзябаева Гульназира Гильметдиновна, заведующая Бикбулатовской сельской библиотекой
Категория: Семь чудес природы Кугарчинского района | Добавил: РФ (31.05.2013)
Просмотров: 6240 | Рейтинг: 4.2/10
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024